+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ғинуар 2020, 13:30

Өфөлә көнкүреш газы шартлаган

Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте

15 ғинуарҙа иртән Өфө ҡалаһының Пекин урамындағы 16-сы йортта стенаның емерелеүе тураһында хәбәр килгән.
Көнкүреш газы шартлауы арҡаһында икенсе ҡатта түшәм емерелгән.
30 кеше үҙ аллы эвакуацияланған, өс кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың берәүһе – бала. Ҡорамалдарҙы һүтеү эштәре бара. Шәхси составтан 70 кеше һәм 17 берәмек техника, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 41 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.
Хәл – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы контролендә, оператив штаб эшләй.
http://www.bashinform.ru/bash/1401363/
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: