Яңы йылда Башҡортостанда табиптарҙың күсмә бригадаларының ҡалалар һәм райондар буйлап эше дауам ителә. Ойоштороу-методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн бригадаларҙа нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог, офтальмолог эшләй.