Әйтәйек, түләү тәғәйенләү өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килеме йылдың II кварталында Башҡортостанда эшкә һәләтле халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумы дәүмәленә тиклем арттырыла, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Беҙҙең республикала йәшәгәндәр өсөн был сумма 10 434 һумға тиң, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә һылтанма менән.
Хәҙер социаль ярҙамдың был төрөнә йән башына уртаса килеме 20 868 һумдан (эшкә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн икеләтә йәшәү минимумы дәүмәле) артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы, йәки биш кешенән торған ғаиләгә айына 104340 һумдан артмаҫҡа тейеш.