Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылында йәмле йәй уртаһында шәхси эшҡыуар Мөхәмәтғәлиевтар ғаиләһе үҙҙәренең йорттары янында спорт стадионы асты. Бөгөнгө көндә стадионда боҙ майҙаны эшләй. Балалар ата-әсәләре менән бергә боҙҙа шыуғыстарҙа, конькиҙа шыуа, малайҙар хоккей уйнай. Бәләкәстәргә ҡарҙан таусыҡтар яһалған, күңелле музыка яңғырап тора. Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе Мөхәмәтғәлиевтарға ҙур рәхмәтен еткерә ауыл халҡы.