+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Декабрь 2019, 14:11

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районында булды

Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторы – “Экология Т” йәмғиәте – хеҙмәтен ҡараны, социаль, спорт һәм инфраструктура объекттарының эше менән танышты.

Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторы – “Экология Т” йәмғиәте – хеҙмәтен ҡараны, социаль, спорт һәм инфраструктура объекттарының эше менән танышты.
Туймазылылар өсөн иң ҡыуаныслы хәбәр – 10 ғинуарҙан үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы эш башлаясаҡ. Өс ҡатлы яңы бина сменаға 300 кешене ҡабул итә аласаҡ. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы – 336 миллион һум.
Радий Хәбиров табип һәм процедура кабинеттарын ҡараны, медицина персоналы менән осрашты. Туймазы дауахана етәкселеге менән ул хирургия корпусы төҙөү, өлкәндәр поликлиникаһына капиталь ремонт яһау хаҡында һүҙ алып барҙы.
Республика Башлығы тимер юл вокзалын ҡараны, ундағы төҙөкләндереү эштере менән танышты.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Туймазының 2-се спорт мәктәбе хоккей командаһына 3,25 миллион һумлыҡ ҡорамалдар алырға сертификат тапшырҙы.
Читайте нас: