Ҡайҙа ғына яҙмыш елдәре ташлаһа ла, тыуған илгә, телгә һөйөү, милли көй-моңдар дәрт-дарман һәм йәшәү көсө бирә.
Ошо һүҙҙәрҙе беҙгә океан аръяғынан, алыҫ Американан килеп еткән ҡайнар сәләм дә иҫбатлай. Әүҙем милләттәштәрбеҙ Гөлшат Һөйөндөкова, Лилиә Абдрахманова, Әлфинә Ҡарағолова, Мәрйәм Вилданова Башҡортостан халҡын Нью-Йорктан етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлаған, үҙҙәре ижад иткән күңелле йырҙың видеояҙмаһын да эшләгән. Алыҫ яҡтан сәләм еткергән милләттәштәребеҙҙең һүҙҙәрен еткерәбеҙ:
– Дуҫтар, барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Киләһе йылда ла һеҙҙе яңы үрҙәр, еңеүҙәр, бәхет һәм уңыштар көтһөн! Яңы ун йыллыҡ беҙҙең халыҡ, республика һәм бөтә донъя өсөн яҡшы, матур эштәргә бай булһын! Был эштәргә беҙ ҙә көсөбөҙҙө йәлләмәйенсә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә әҙербеҙ!
Хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙар АҠШ-тың көнсығыш ярында йәшәүсе башҡорттарҙы берләштергән ойошма булдырған. “Башкир.Ам” (@bashkir.am!) тип аталған берҙәмлек әүҙемдәре бер нисә сара ойоштороп та өлгөргән. «Башҡортостан» гәзите хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙар социаль селтәрҙәр аша милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итә: әгәр ҙә Американың көнсығыш йүнәлешендә йәшәүсе башҡорттарҙы беләһегеҙ икән, әйтегеҙ, мәғлүмәт таратығыҙ, берләшәйек, бер-беребеҙҙе белеп, ярҙам итешеп йәшәйек, тиҙәр.
Фото ҡыҙҙарҙың шәхси архивынан.