Баймаҡ районының Семеновка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
«Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында бөтә стандарттарға яуап биргән уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алырға мөмкин. Фельдшер кабинетынан тыш, бында шулай уҡ процедура, балалар, ҡарау кабинеттары, санитар-көнкүреш бүлмәләре бар. Заманса бина эшләү өсөн барлыҡ медицина мебеле һәм ҡорамалы менән йыһазландырылған», — тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.