+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
2 Декабрь 2019, 16:30

Секция ултырышы – тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны

Баҡалы 1-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының сираттағы секция ултырышы булды. Ошондай сараларҙа уҡытыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрендә, һәләтле балалар менән эшләүҙә килеп тыуған проблемаларға яуап эҙләй, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша, эш һөҙөмтәләрен барлай һәм башҡаларҙыҡы менән сағыштыра.

Был юлы ултырыш башҡорт теле һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу проблемаларына арналды. Н. Ғабдрахманова (Ҡамышлы мәктәбе), Г. Мартынова (Яңы Маты мәктәбе), Ф. Исламоваларҙың сығыштары ошо теманы яҡтыртыуға йүнәлтелде. Аттестация, уҡытыу процесы, дәреслектәр һәм уҡыу программалары, предмет олимпиадаһына әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса мәғариф бүлеге методисы С. Заманова һәм РМБ етәксеһе Т. Ғәлиуллина аныҡ кәңәштәрен еткерҙе.

Ғәмәли өлөштә Киләй мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы-тыусыһы М. Сәләхова “Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдар” темаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙы – һәр саҡ заман менән бергә атларға тырышыусы, ижади эшләүсе уҡытыусы. Был көндө лә ул беҙгә, коллегаларына, шиғырҙы тиҙ һәм еңел генә ятлау, балаларҙың хәтерен һәм телмәрен үҫтереү, яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу ысулдарын, шулай уҡ төрлө ҡыҙыҡлы уйын төрҙәрен тәҡдим итте. Уның сығышы сағыу презентация менән үрелеп барҙы.

Коллегабыҙ быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусы-һы-2020” конкурсында ҡатнаша. Мәртәбәле бәйгелә М. Сәләховаға уңыштар теләргә, барыһы ла уң булһын тиергә генә ҡала.

Читайте нас: