Районда диктантты үткәреү майҙансыҡтары сифатында Ҡәнзә-фәр бей исемендәге башҡорт һәм Пришиб ауылындағы немец тарихи-мәҙәни үҙәктәре билдәләнде. Этнографик диктант һорауҙарға яуап биреү формаһында үтте. Тест ауыр, әммә ҡыҙыҡлы ине. Теста, ғәҙәттәгесә, 30 һорау булды. Уларҙың 20-һе бөтә төбәктәр өсөн дә бер төрлө, ҡалғандары һәр өлкә өсөн уникаль. Башҡортостан халҡына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһа ла, башҡа милләт теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, аш-һыуына бәйле мәғлүмәттәр уй-ландырҙы.
Яуап яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бирелде. Һәр кем һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә тырышты. Сара һуңында акцияла ҡатнашыу тураһындағы сертификаттар тапшырылды.
Бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндә 100 балл йыйырға була ине. Беҙҙекеләрҙең һөҙөмтәһе уртаса 84,7 балл тәшкил итте. Сарала ҡатнашыусыларҙың йәш сикләүе булманы. Иң йәш диктантсыбыҙға 24 булһа, иң өлкәненә 65 йәш ине.
Ҙур этнографик диктантты ойоштороусы – Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы. Партнёры – Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлыҡ.
Башҡортостанда акцияны республиканың Мәҙәниәт министрлы-ғы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.