-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
2 Декабрь 2019, 17:10

Актёр менән осрашыу

Беҙҙең Благовар ере таланттарға бай. Шундай кешеләребеҙҙең береһе – Туймазы татар дәүләт драма театры актёры, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы Алик Харис улы Зайлалов.

16 ноябрь көндө данлыҡлы яҡташыбыҙҙың 60 йәшлек юбилейы уңайынан Ямаҡай ауыл мәҙәниәт йортонда актёр менән осорашыу үтте.

Алик Харис улы районыбыҙҙың Ямаҡай ауыл советына ҡараған урмандар ҡуйынында ултырған бәләкәй генә матур башҡорт ауылында 1959 йылдың 10 июлендә тыуған.

Профессиональ сәхнәлә ул иң тәүҙә Г. Хажибәковтың музыкаль комедияһында Солтанбәк, Ш. Рәхмәтуллиндың “Минең йондоҙом” драмаһында Хәбир ролдәрен башҡара. Оҙаҡламай тырыш актёр тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ яулай. Алик Зайлаловтың ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыуы милли драматургияла ла, классикала ла сағылыш таба. Талантлы актёр А. Дударевтың “Рядовой” драмаһын-да ябай Деревоедты, У. Шекспирҙың “Гамлет”ында Горационы һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә ролдәрҙе алыштырғыһыҙ башҡарыусы була-раҡ таныла.

Алик Зайлалов үҙ һөнәренә фанаттарса һөйөү менән ҡараған кеше. Ул утыҙҙан артыҡ роль тыуҙырған. Артист һәр ролде, ул комедия булһынмы, трагедиямы, тамашасыларҙы ышандырырлыҡ итеп уйнай. Уның геройҙары һәр ваҡыт төрлөсә, бер береһенә оҡшамаған, әммә уларҙы оҫта башҡарыу берләштерә.

Актёр тыуҙырған һәр персонаж һөнәри оҫталыҡ менән һуғарылған, улар кешенең эске донъяһына сумып, тамашасыны йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланырға мәжбүр итә.

Сара аҙағында тамашасыларға “Атай нигеҙе” ҡыҫҡа метражлы фильм тәҡдим ителде. Был фильмда Алик Зайлалов төп ролде башҡара.

Читайте нас: