-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
2 Декабрь 2019, 16:15

Аҡ биләүҙәргә биләгән, ә бәхете булһын, тигәнме?

1949 йыл. Йәмле июль айының 23-сө. Зәңгәр күктә емелдәшеп, бер-береһенә күҙ ҡыҫҡан йондоҙҙар аҡрынлап һүнә. Ай ғына, ниндәйҙер ғәжәйеп хәл күрергә теләгәндәй, һаман күктә йөҙә. Йылмайып ҡояш сыға. Турғайҙар, һандуғастар иртәнге матур йырҙарын һуҙа. Сылтырап шишмә аҡҡаны ишетелә. Тәбиғәт ауазына тағын бер тауыш ҡушыла.

Сеү! Ни булды? Кинәт ҡысҡырып, бала илап ебәрҙе. Ниндәй бәхет, ниндәй ҙур ҡыуаныс! Донъяға йәнә бер сабый тыуҙы. Ул ҡыҙ бала ине. Әсә сабыйын күкрәгенә ҡыҫты. Бәхетле әсә, табип, шәфҡәт туташы ла, еңел һулап, донъялар ғына имен булһын, бәхет ҡояшы мәңге балҡыһын, тип йылмайыштылар. Ҡыҙ балаға Фәнә тип исем ҡуштылар.

Фәнә, әкиәттәге кеүек, йыл үҫәһен көн үҫте, әммә әсә наҙын ғына то-йоп үҫмәне. Әсәһе, 10 айлыҡ ҡыҙын өләсәһенә ҡалдырып, ҡалаға сығып китергә мәжбүр була. Үҙ балаһындай күреп, ҡыҙҙы өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Өләсәһенең үҙ балалары ла күп була. Ә тормоштоң ауыр дәүере. Фәнәгә йыш ҡына күрше-күләндән, шулай уҡ ауыр саҡта өләсәһенән дә, етем бала аҫраһаң, ауыҙың-мороноң ҡан булыр, етем быҙау аҫраһаң, ауыҙың-мороноң май булыр, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.

Һирәкләп булһа ла, ҡаланан әсәһе ҡайтып йөрөнө. Ә бер нисә йылдан һуң Фәнәнең ҡустыһы тыуҙы. Әсәһе улы менән ҡайтып йөрөгәндә, ҡыҙ баланың күңелендә ниндәй генә уй-тойғолар булғанын ул үҙе генә белгәндер... Ул көндәр уның күҙ алдында. Әсәһе улын ҡоса, иркәләй, матур кейемдәр, тәмле ризыҡтар алып бирә. Улы менән ятып йоҡлай, уның менән тағы ҡалаға китә. Ҡыҙ тамағына ултырған йәш төйөрөн тырышып-тырышып йота. Уның да үҙ әсәһе янында йәшәгеһе, йомшаҡ ҡулдары менән сәстәрен тарап үргән яҡын кешеһенә, көн дә иртән йоҡонан уянғас, “әсәй” тип өндәшкеһе килә...

Оҙон ҡара толомло, зифа буйлы ҡыҙ урамдан уҙғанда, уға күптәр һоҡланып ҡараны. Ябай ауыл ҡыҙы, мәктәпте тамамлағас, фермаға һауынсы булып эшкә урынлашты. Фәнә үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Иртә таңдан тороп, эшкә ашыға. Тиле йәшлек бары үҙенекен итә. Һауындан арып-талып ҡайтһалар ҙа, ҡыҙҙар киске уйынға ашыға. Бына шундай һөйкөмлө ҡыҙға күрше ауылдың уңған егете Ғилмеғәли ғашиҡ була ла инде. Ике йәш йөрәк бергә ҡауышырға һүҙ ҡуйыша. 1968 йылдың 22 февралендә Килкабыҙ ауылына йәш килен төшә.

Бәхетле ир менән ҡатын донъя көтә башлай. Оҙаҡ та көттөрмәйенсә, Фәнә һөйөклө Ғилмеғәлиенә бер-бер артлы 3 ҡыҙ бала бүләк итә. Донъялар тыныс, йорт-ҡуралар төҙөк, ире уңған, балалар һау-сәләмәт – кеше бәхете шул түгелме ни?! Әсә наҙы күрмәй үҫкән ҡыҙ инде мөхәббәттә үҙ бәхетен тапты. Тик... тормош һынауҙары бөтмәгән икән...

Йәй. 1978 йыл. Бер ай элек кенә Ғилмеғәли ҡәҙерле кешеһен, Фәнә ҡәйнәһен һуңғы юлға оҙатты. Шуғалырмы, уларҙың өйҙәре өҫтөндә ҡара болоттар таралып бөтмәгәйне әле. Бөгөн болоттар ҡуйырҙы. Ауылда ямғыр яуып үтте, тик барыбер болоттар өйөрөлдө, ҡояш нурҙарын һибергә ашыҡманы. Ямғыр туҡтағас, Ғилмеғәли, утын киҫкесен мотоцикл коляскаһына һалып, ауыл осонда йәшәгән дуҫына ярҙамға – утын әҙерләшергә ашыҡты. Ҡыҙҙарын өҙөлөп яратҡан атай уларҙы йыш ҡына үҙе менән ала ине. Бөгөн дә ул, дуҫының 3-4 айлыҡ ҡыҙсығын күрһәтергә тип, уртансы ҡыҙы Гүзәлиәне эйәртте. Ҡуҙғалыр алдынан 8 йәшлек ҡыҙы Зәлифә уйындан ҡайтып инде лә: ”Атай, мине лә үҙең менән ал”, – тип иларға тотондо. Әсә: “Юлға сыҡҡанда илау килешмәй”, – тип ҡыҙҙарын мотоцикл коляскаһына ултыртып, оҙатып ҡалды. Фәнәнең ниңәлер эсе бошто, күңеле тыныс түгел ине. Ҡапыл ҡапҡа асылды, кемдер өйгә табан ашыҡты. Ҡатындың йөрәге ҡыҫылғандай булды, тын етмәне. Ул 2 йәше лә тулмаған ҡыҙы Гөлнараны ашатып ултыра ине. ”Ирең мотоцикл менән тәрән соҡорға ауған!” – тигән шомло хәбәр йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Фәнә өсөн ҡара болоттар бар донъяны томалап алды. Күҙ алдары ҡараңғыланды, башы әйләнде, әммә ауманы, ҡая таштай ҡатып ҡалды. Көс-хәл йыйып, Фәнә алға ташланды. Башындағы яулығы, шыуып төшөп, муйынына һарылды, гүйә, ул: ”Түҙемле бул!” – ти ине.

Район дауаханаһында бер сәғәттән һуң Ғилмеғәли йән бирҙе. Йәш әсә 23 июль көнөн – үҙенә 29 йәш тулған көндө, береһенән-береһе бәләкәй өс балаһын ҡосаҡлап, иренең йыназаһында ҡаршылай ине...

Тормош дауам итә. ”Ата-әсә наҙын тойоп үҫмәнем, минең балалар әсә ҡанаты аҫтында үҫергә тейеш, балаларым бәхете – минең бәхетем,” – тип, ире Ғилмеғәлигә аҡҡоштай тоғро ҡалып, тормош йөгөн үҙе тарта. Ул фермала һауынсы булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Һәр саҡ алдынғы һауынсылар рәтендә була, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана. Бер үҙем, ауыр тип тормай, мал аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтерә. Баҡсаһында, тәҙрә төптәрендә гөл-сәскәләр күҙ яуын алып ултыра. Ел-дауылдан һаҡлап,
3 ҡыҙын да уҡытып, белем һәм тәрбиә биреп, үҙ аллы томошҡа баҫтыра. Балалары өсөн әсәй ҙә, атай ҙа була ул. Ысын күңелдән ярҙам иткән, көнләшеп аяҡ салырға тырышҡан кешеләр ҙә аҙ булмай уның тормошонда. Әммә ҡатын бирешмәй, ауырлыҡтар алдында башын түбән эймәй.

...Ғүмер юлын өлгө итеп алырлыҡ, меңдәргә үрнәк булырлыҡ, күпте күргән, күпте кисергән был ханым – минең әсәйем, Баҡалы районы Кил-кабыҙ ауылында ғүмер итеүсе Фәнә Әғлә ҡыҙы Нурисламова. Быйыл әсәйебеҙгә 70 йәш тулды. Әсәйебеҙ, һине оло юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Беҙҙе аяҡҡа баҫтырып, оло юлға сығарғансы, һиңә күп һынауҙар үтергә тура килде. Ҡәҙерләп үҫтереп, үҙ юлыбыҙҙы табырға булыштың, яратып-һөйөп, әсәләрсә ҡайғырттың, ғәҙел булырға, ата-әсә, туған ҡәҙерен белергә өйрәттең. Һәр ваҡытта яғымлы, йомшаҡ күңелле генә булып ҡалмайынса, кәрәк ваҡытта ҡырыҫ та, талапсан да була белдең. Беҙ ҙә, ғәзиз 3 ҡыҙың, һинең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ.

Һин, әсәй, оло йәнле, киң күңелле кеше, таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, рух шишмәбеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Һин яғымлы өләсәй ҙә. Әле лә, тормош ауырлыҡтарын еңә килеп, беҙгә, туғандарыңа сабырлыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтеп йәшәйһең. Тыуған нигеҙгә ҡайтҡанда, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алыуыңа һәр беребеҙ рәхмәтле. Йортобоҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булһын. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп, беҙгә ышаныслы терәк булып оҙон-оҙаҡ йәшә әле. Алдағы көндәреңдә лә һау-сәләмәт бул, барыһы
өсөн дә мең-мең рәхмәт һиңә!

Гүзәлиә Әхмәтова.

Читайте нас: