+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Ноябрь 2019, 19:21

Ҡул эштәре – халҡымдың күңел биҙәге

Халҡымдың тәрбиәүи һәм әхлаҡи әһәмиәткә эйә, быуындан быуынға күсеп барған йола-байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар.

Халҡымдың тәрбиәүи һәм әхлаҡи әһәмиәткә эйә, быуындан быуынға күсеп барған йола-байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Тәрән эҙ булып халҡымдың үткән юлы, уның йәшәйеше тарихта урын алған. Ләкин уларҙың ҡайһы берҙәре заманалар үҙгәреү менән онотолоп бара. Әбделкәрим ауылының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Ҡул эштәре – халҡымдың күңел биҙәге” тип аталған тарих сәғәте үтте.

Сараны алып барыусы – китапханасы Әлфиә Рафиҡова ата-бабаларыбыҙҙың боронғо көнкүреше, уларҙың тормош кәсебе тураһында һөйләп, онотолоп барған ҡул эштәренә туҡталып үтте. Был эш төрҙәре олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған мираҫ: йөн иләү, тетеү, мамыҡ баҫыу, ҡорама тегеү. Ул ҡара көҙ етеп, ергә ҡар төшкәс башлана торған булған. Ғәҙҙәттә, кис ултырып, өмә менән башҡарылған. Хужа кеше алдан уҡ тәм-том әҙерләгән. Өмәгә күрше-күлән, дуҫ-иштәр саҡырылған.

Бергәләп йыйылғас, күмәк эш башлана: кемдер йөн яҙа, кемдер иләй, кемдер йомғаҡ сорнай, кемдер бәйләй. Эште бүлешеп эшләйҙәр. Ә инде күңел күтәренкелеге өсөн, былар барыһы ла уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үрелеп бара.

“Тарих тәгәрмәсе” түңәрәге ағзалары сараға килеүселәргә йөн иләп, мамыҡ баҫып, еп тартып күрһәтте. Наилә Ханнанова ҡорама ысулы менән эшләнгән юрған, ултырғыс япмаларын алып килгән, уларҙы эшләү тәртибе менән таныштырҙы һәм үткән быуаттың 50-60-сы йылдар тирәһендә ҡатын-ҡыҙҙар яратып кейгән резина итекте ауылыбыҙ музейына бүләк итте. Сара барышында мәҡәлдәр, табышмаҡтар әйтелде. Еңеүселәргә бүләктәр өләшенде. Бергәләшеп боронғо йырҙар башҡарылды. Фаиз Баҙыҡшин һәм Фәнүр Ғилманов сараға дәрт өҫтәп, халыҡ йырҙарын һуҙҙы. Байрамға килеүселәр үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, ата-бабаларыбыҙҙың һөнәрҙәрен иҫкә төшөрөү сараларын йышыраҡ үткәреүҙе һорап, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте.

Халҡыбыҙҙың гүзәл байрамдары һәм күркәм ғәҙҙәттәре бөгөн дә ауылыбыҙҙың даны булһын. Үткәндәрҙе киләсәккә бәйләп, халҡыбыҙҙың боронғо сәнғәттәрен онотмайыҡ.

Читайте нас: