-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Ноябрь 2019, 14:57

Өфөнөң Совет майҙанына Яңы йыл шыршыһы урынлаштырҙылар

Урман ҡупшыҡайын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, шулай уҡ Киров районы артистары, журналистар ҡаршы алды.

28 метрлыҡ урман һылыуҡайын Благовещен районынан алып килгәндәр. Яңы йыл символын Өфөгә тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатып барған. Шунан һуң Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы белгестәре уҙған ял көндәрендә әҙерләнгән нигеҙгә Яңы йыл шыршыһын ҡуйыу эштәренә тотонған, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Был майҙансыҡта Яңы йыл шыршыһын реконструкция алдынан һуңғы тапҡыр ҡуйғандарҙыр, моғайын. Оҙаҡ йылдар Совет майҙанын — ҡаланың төп шыршыһы, аҙаҡ Киров районының төп шыршыһы биҙәне. Һуңғы ваҡытта майҙан ҙур бушлай парковка булып хеҙмәт итә.
Читайте нас: