+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
14 Ноябрь 2019, 15:59

Башҡортостан ғорурлығы

2020 йыл Рәсәйҙә Президент Указы нигеҙендә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде

Йәш Гвардия 2013 йылдан бирле батырҙар исемен мәңгеләштереү эшен алып бара һәм улар тураһында бөтә ил буйынса бәйән итә: бәләкәс ҡаһармандарҙы данлай, китаптар нәшер итә, һуңынан бүләктәргә лайыҡ булған фильмдар төшөрә.
5 ноябрҙә Йәш Гвардия төбәк бүлексәһе РФ Президент грантары фонды бәйгеһендә еңгән “Беҙҙең заман ҡаһармандары. Башҡортостан ғорурлығы” күмәк проекты тормошҡа ашырыла башланы. Проект партнёрҙары ҡатнашлығында ойоштороу комитетының беренсе йыйылышы үтте. Унда тормошҡа ашырыу планын тикшерҙеләр, ҡаһармандар тураһында мәғлүмәт туплау тәртибен һәм эш йүнәлештәре буйынса яуаплы заттарҙы билдәләнеләр. Проектты ойоштороусы-ярҙамсы сифатында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, “Берҙәм Рәсәй” һәм “Хәрби туғанлыҡ” партиялары сығыш яһаясаҡ.
Проект ябай тормошта батырлыҡ ҡылған ҡаһармандарҙың видеороликтары һәм баннерҙары форматында йәмәғәт рекламаһы әҙерләүҙе күҙҙә тота. Арытабан замандаш-ҡаһармандар тураһындағы тарихты йәмәғәт селтәрҙәре һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу күҙҙә тотола.
“Беҙ Башҡортостан халҡына республикала батырлыҡ ҡылған ҡаһармандар күп булыуы тураһында бәйән итәсәкбеҙ: был күрше йортта йәки хатта бер ғаиләлә йәшәгән, һеҙҙең менән бергә эшләгән, бәлки бер парта артында ултырған кешеләрҙер. 2020 йыл республика өсөн Башҡортостан ғорурлығы тип аталыу хоҡуҡына эйә булған яҡташтарыбыҙҙың яңа тарихын асһын”, - тип аңлатты БР Йәш Гвардия төбәк ойошмаһы етәксеһе Люция Юлыева.
Проект һөҙөмтәһендә ҡаһарман-ватандаштарыбыҙҙың һүрәте төшереләсәк һәм республиканың төрлө ҡала һәм райондарында урынлаштырыласаҡ 100ҙән артыҡ баннер етештереү күҙҙә тотола. 150нән ашыу тарихтың егермеһе ҡаһарман тураһында видеоролик төшөрөү өсөн һайлап алынасаҡ.
Башҡортостан халҡы үҙ ҡаһармандарын тәҡдим итә ала. Ҡаһарман – үҙ иле өсөн ҡан ҡойған хәрбиләр генә түгел, ябай эшселәр, көн һайын ысын спорт ҡаҙаныштарына ирешкән чемпиондар, ауыр минутта ярҙамға ашыҡҡан башҡа бик күптәр булырга мөмкин.
Ундай кешеләр тураһында мәғлүмәт булһа, ошо һылтама (https://forms.gle/7fbbYzKQnjjZHXBu7) буйынса кереп, анкета тултырығыҙ.
Читайте нас: