-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
9 Ноябрь 2019, 12:00

Батырҙың исеме мәңгеләштерелде

Туймазы районының Япрыҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәсән күле янындағы совет-япон алышында батырлыҡ күрһәткән Ғәни Ғәлимов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Туймазы районының Япрыҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәсән күле янындағы совет-япон алышында батырлыҡ күрһәткән Ғәни Ғәлимов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. 
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Туймазы районы хакимиәте ойошторҙо.
3-сө армия штабы опербүлек етәксеһе Г.Г. Семенов китабында Ғәлимов тураһында "Башҡорт егете тура һүҙле һәм дәртле ине, йөкмәтелгән эштәргә оло яуаплылыҡ менән ҡараны", тип яҙа. 
Һуғышты Ғәни Ғәлимов полковник булараҡ тамамлай. К.Ворошилов исемендәге хәрби академияһында белем алғас, Байкал аръяғы хәрби округында штаб начальнигы булып эшләй. 
Япрыҡ ауылында Ғәлимовтар нәҫеле - офицерҙар династияһы. Капитан Әхәт Ғәли улы, лейтенант Асаф Ғәбдрәхим улы Ғәлимовтар ҙа һуғышта ҡатнашҡан. Летчик, полковник Рафиҡ Ғәбдрәхим улы Ғәлимов -данлыҡлы ғаиләнең ғорурлығы. 
Ҡоролтай/Курултай.
Читайте нас: