Туймазы ҡалаһы "Родина" мәҙәниәт һарайында "Һеңлекәш" фильмын күрһәтеү ойошторолдо. Көн буйына барған һәр сеанста зал шығырым тулы ине. Халыҡ тын ҡалып, илап ҡараны. Фильм уңышлы сыҡҡан. Милли колорит ярылып ята - көнкүреш әйбрҙәре, кейем-һалым шул тиклем ысынбарлыҡҡа тап килә.
Ә фильмдағы барған хәл-ваҡиғалар халыҡ-ара мөнәсәбәт, кешеләр араһындағы рухи ҡиммәттәр тураһында һөйләй. Һуғыш, ауыр заман булһа ла кешеләр бер-береһен ташламай, ярҙам итә. Бөгөн дә ошо ҡиммәттәр юғалмаһын ине, сөнки халыҡтар дуҫлығы иң юғары ҡиммәттәр! Фильмды төшөрөүселәргә ҙур рәхмәт! Ошондай фильмдар күберәк булһын ине.