Октябрь аҙағынан балаларҙы мәғлүмәттән яҡлау буйынса ҡанунға төҙәтмәләр индерелде. Уға ярашлы, ниндәйҙер фильм ҡарарға инер алдынан билет тикшереүсе документыңды күрһәтеүҙе һорай ала. Балалар араһында таратырға ярамаған мәғлүмәттәр булған тамашаларға 18 йәше тулмағандар индерелмәй.