+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
21 Октябрь 2019, 13:50

Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал...

Илебеҙҙең абруйын, данын күтәреүсе, уны яҡлау, ҡурсалау өсөн йәнен дә аямаған легендар шәхестәребеҙ бик күп.

Илебеҙҙең абруйын, данын күтәреүсе, уны яҡлау, ҡурсалау өсөн йәнен дә аямаған легендар шәхестәребеҙ бик күп. Улар – илебеҙҙең яҡты киләсәге, яҡшы тыныс тормош һәм тотороҡло үҫеше өсөн көрәшеүсе кешеләр.

Шундай легендар шәхестәрҙең береһе – 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 120 йыл тулды. Ошо көндәрҙә рес-публикала шәхесте хәтергә алып, төрлө мәҙәни саралар ойошторолдо. Шуларҙың береһе генералға арналған флешмоб. Унда “Шайморатов генерал” йырын башҡарырға кәрәк ине. Был саранан беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Ҡәнзәфәр-бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге район мәҙәниәт һарайы белгестәре һәм “Аманат” башҡорт фольклор төркөмө менән берлектә был йырҙы бик матур итеп башҡарҙы. Шулай уҡ благоварҙар Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер яланында генерал Шайморатовҡа арналған театрлаштырылған тамашанан да ситтә ҡалманы.

Унда генералдың бала сағынан алып һуғыш яланына ингән мәлдәре сәхнәләштерелде. Шайморатов ролен, төрлө йәштәрҙәге мәлен артистар Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Хайсаров, Урал Мортазин башҡарҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сығы-шында: "Республика Хөкүмәте, йә-мәғәт ойошмалары Генералға Советтар Союзы Геройы исемен биреү буйынса оҙаҡ йылдар эш алып барҙы. Вәғәҙә бирәм: был ниәтте атҡарып сығыр өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Ышанам: маҡсатыбыҙ хуплау табыр," – тине.

Театрлаштырылған тамаша, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы-ның һәм һауа һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһын, хәрби йылдарҙың интерактив майҙанда-ры күһәтте, ат сабышы, «Ылаҡ» милли уйыны ойошторолдо. Шулай уҡ билдәле сәнғәт оҫталарының, һәүәҫкәр коллективтарҙың концерты булды. Алышты халыҡ мауығып ҡараны. Беренсенән, реконструкцияны һынландырыу үҙе бер тамаша булһа, икенсенән, ул тарихҡа сәйәхәт булып тора. Тап ошондай саралар Еңеү хаҡын тулыраҡ аңларға мөмкинлек бирә.

Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараға килгән халыҡ иғтибарына бик күп күргәҙмәләр ҙә тәҡдим ителде. Яугир кейемдәре, ҡоралдар, эҙләнеү эштәрендә табылған әйберҙәр, дивизия менән бәйле сувенирҙар.

Сараны ойоштороусолар тарихты өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс шөғөлгә әйләндерҙе. Ысынлап та, йәнле миҫалда күргәс тарихи үткәндәр хәтергә нығыраҡ һеңә икән.

Читайте нас: