+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Сентябрь 2019, 14:02

Юбилей менән!

Түбәнге Ҡарамалы ауылында тыуып-үҫкән әүҙем, аралашыусан Рафаэль Миңлекәевҡа ҡарап, унда ни тиклем ныҡлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек күп булыуына шаҡ ҡатаһың.

Түбәнге Ҡарамалы ауылында тыуып-үҫкән әүҙем, аралашыусан Рафаэль Миңлекәевҡа ҡарап, унда ни тиклем ныҡлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек күп булыуына шаҡ ҡатаһың. Рафаэль Шәйәхмәт улы үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, был ныҡ һәм көслө рухлы ил ағаһынан оптимизм һәм күңел көрлөгө таша. Ул хөрмәткә һәм рәхмәттәргә лайыҡ булған быуын кешеләренә ҡарай һәм улар бөгөнгө көн йәштәре өсөн ҙур өлгө булып тора.

Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәк булған – был мәҡәл беҙҙең геройға тулыһынса тура килә. Уның бөтә ғүмере, оло хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле.

Рафаэль Тәскирә Фәтхетдин ҡыҙы һәм Шәйәхмәт Миникәй улы Туҡтамышевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. 1942 йылда атаһы фронтҡа китә һәм шул уҡ йылда ғаиләһенә вафаты тураһында хәбәр килә. Ауыр ваҡыттар башлана... Өс бәләкәй бала тураһында ҡайғыртыу әсәй елкәһенә төшә. Ул бер ниндәй ауыр эштән дә ҡурҡмай. Тәскирә апай балалары белем алһын тип тырыша. Улдары Рафаэль 7 йыллыҡ мәктәптә уҡый. Уҡыуын ауылдан 7 саҡырым алыҫлыҡтағы Ырымбур өлкәһендә дауам итә, әммә уның пландарына тормошҡа ашырға насип булмай: әсәһе бик ныҡ ауырый һәм ул, уҡыуын ташлап, уны ҡарарға һәм хужалыҡ алып барырға мәжбүр була.

Йәш егеттең беренсе эш урыны – “Ҡыҙыл таң” колхозы, ул һабансы булып эшләй. Уның тырышлығын күреп, етәкселек егетте Йәрмәкәй ауылына тракторсылар курсына ебәрә.

Шунда уҡ, тыуған ауылында, яҙмыш уны буласаҡ ҡатыны Фәниә менән осраштыра. Улар татыу, ныҡлы ғаилә ҡора, ҡыҙҙары Рәйхана тыуа. Әммә 1963 йылда йәш атайға Совет Армияһы сафтарына китергә тура килә. Ул өс йыл Ленинград янындағы ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

– Эстония, Литва, Латвия республикаларында булдым. Ул саҡта Ленинградҡа түбән оса торған ракеталар алып килделәр, – тип иҫкә алды Рафаэль ағай.

Үҙен ул тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Хеҙмәт иткәндә партия ойошмаһында тора, үҙен еүҙем, тәртипле кеше булараҡ таныта.

Өйгә ҡайтҡас, “Спартак” сов-хозының Түбәнге Ҡарамалы бүлек-сәһенә тракторсы булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт биографияһында барыһы ла була: тәгәрмәсле, сылбырлы тракторҙарҙа эшләү, таң атҡансы тороп китеүҙәр һәм төнгө сменалар. Ауыл механизаторының ҡулдары бөтә ерҙә кәрәк була. Хеҙмәт һөйөүсән, башҡарыусан һәм тырыш, ул бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай. Нимәгә генә тотонһа ла еренә еткереп башҡара.

Рафаэль Шәйәхмәт улы тырышлығы менән маҡтау һәм хөрмәт яулаған. Ауыл эшсеһенең хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында ҡәҙерләп һалынған ҡалын ғына папкалағы Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, Рәхмәт хаттары һөйләй. II (1986) һәм III (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән. Уға “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Унынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре, “Хеҙмәт ветераны”, “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары бирелгән. 1970 йылда СССР Юғары Советы Президиумы исеменән “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн.
В. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан” юбилей миҙалы менән бүләкләнә. XXIV, XXV, XXVII район партия конференциялары делегаты итеп һайланған. Рафаэль Шәйәхмәт улына 2015 йылда “Йәрмәкәй районының Маҡтаулы гражданины” исеме бирелде. Уның бүләктәре тир түгеп, намыҫлы хеҙмәт менән алынған.

Тормош үҙ сираты менән дауам итә. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы тағын дүрт балаһы тыуа. Был пар лайыҡлы ғаилә өлгөһө булып тора. Тормош балаларҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, хеҙмәттә, ғаилә мәшәҡәттәрендә уҙа.

Алға китеп, шуны билдәләп үтергә кәрәк – оло ҡыҙҙары Рәйхана лайыҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән Нижневартовскиҙан Түбәнге Ҡарамалы ауылына атай йортона ҡайтып төпләнә. Ҡыҙҙары Илмира ире Ришат менән Өфөлә йәшәй. Улдары Эльфир, әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Нижневартовск ҡалаһында урынлаша һәм хәҙер унда ғаиләһе менән йәшәй.

Улдары Илнур үҙенең пар ҡанаты Глүзә менән Йәрмәкәйҙә йорт һалып, эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Кесе ҡыҙы Алһыу ире Вилдан менән шулай уҡ Нижневартовск ҡалаһында. Барыһы ла үҙ сираты менән барҙы. Йорт, эш, ғаилә... Тик яҙмыш уның тормошон “үткәнгә” һәм “киләсәккә” бүлә, ғаиләгә ауыр ҡайғы килтерә. Тормош юлдашы – яратҡан ҡатыны, балаларының әсәйе Фәниә апай баҡыйлыҡҡа күсә. Был бөтә ғаилә, туғандар, яҡындар өсөн ҙур юғалтыу була... Әммә ҡайғы уларҙы берләштерә генә, балалары атайҙарына ярҙам итә.

Юбилярыбыҙ ҙа тормош һынау-ҙарына бирешмәй, шулай уҡ иғтибарлы һәм мәрхәмәтле булып ҡала. Балалар ялға ҡайтҡанда, әсәйҙәре иҫән ваҡытта булған кеүек, табында үҙ һөттәре, ҡаймаҡ, май, эремсектәре тора, хатта икмәккә тиклем үҙе бешерә.

Бер нисә йылдан һуң, юғалтыу әсеһе бер аҙ баҫылғас, балалар хуплауын алғас, яҙмышын шул уҡ ауылда йәшәүсе Гөлсирә Ҡадирова менән бәйләргә була. Гөлсирә Сабир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән.

Улар иңгә-иң терәп 20 йылдан артыҡ йәшәй, бер-береһенә йылылыҡ һәм ҡайғыртыусанлыҡ менән ҡарай. Лайыҡлы ялға сыҡҡас та, эшһеҙ ултыра алмай: шәхси ярҙамсы хужалыҡ та, баҡса ла бар, унан башҡа нисек йәшәргә.

Әммә иң мөһиме, әлбиттә, тормошта үҙ урындарын тапҡан балалары, ейәндәре һәм ейәнсәрҙәре. Шундай ябай бәхет формулалары менән Рафаэль Миңлекәев 80 йәшкә тиклем йәшәп, оптимизм һәм яҡтылығын һаҡлап ҡалған. Ул һәр ваҡыт ярҙамсыл, ыңғай кеше булып ҡала, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын һәм мөхәббәттен юғалтмай.

Иҫ киткес ир-уҙаманға ныҡлы сәләмәтлек, оҙаҡ йылдар рух күтәренке-леге, яҡын кешеләренең йылыһын һәм йылмайыуҙарын тойоп йәшәүен теләйбеҙ!

Читайте нас: