Атап әйткәндә, Башҡортостандың Тәфтиш идаралығын Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының элекке башлығы Денис Чернятьев етәкләй. Дәүләт башлығының ҡултамғаһы менән рәсми документ әле баҫылмаған.
Быға тиклем республиканың Тәфтиш комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарған Валерий Липский ведомствола урынбаҫар вазифаһында ҡала.
Денис Чернятьев 1974 йылда тыуған. 1996 йылда Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. 1996 йылдан Төмән өлкәһенең прокуратура органдарында эшләй. 2007 йылдың сентябренән Рәсәй Федерацияһының Төмән өлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. Рәсәй Президентының 2011 йылдың 11 июнендәге «Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен вазифаға тәғәйенләү тураһында»ғы Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Ҡурған өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2013 йылдың 2 декабрендәге Указы менән — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе.