+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
9 Сентябрь 2019, 08:53

“Мәғариф” милли проекты уҡытыу шарттарын да ҡайғырта

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәренә 487 737 уҡыусы барҙы

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәренә 487 737 уҡыусы барҙы, беренсе класҡа – 55 меңдән ашыу бала. Быйыл республикала 21 мәктәптең сафҡа инеүенә бәйле, икенсе сменала уҡытыу һигеҙ процентҡа тиклем кәмей.
Быйыл республикала 11 яңы мәктәп асыла. Уларҙың икеһе Өфөлә, ҡалғандары – республика райондарында. Киләһе 2020 йылға тиклем тағы ун мәктәп асыу планлаштырылған..
Бөгөндән Өфөнөң өс мәктәбе (83-сө, 93-сө, 64-се) Рәсәй Фәндәр академияһының патронажы аҫтында эшләйәсәк һәм “База мәктәптәре” федераль проектында ҡатнашасаҡ. Был белем усаҡтары тәрбиәләнеүселәренә ошо программа ярҙамында фән, юғары технологиялар өлкәһендә карьера төҙөү мөмкинлеге буласаҡ.
Был 11 мәктәптә шулай уҡ профилле медицина кластары асыла, һөҙөмтәлә уҡыусылар дауалау учреждениелары базаһында табип һөнәре үҙенсәлектәренә төшөнәсәк. Ошо маҡсатта Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән килешеү төҙөлгән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: