+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
8 Сентябрь 2019, 20:51

“Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя”

28-30 сентябрҙә Өфөлә “Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” төбәк-ара слеты үтә

28-30 сентябрҙә Өфөлә “Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” төбәк-ара слеты үтә.
Республикабыҙҙа ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә һуңғы ваҡытта айырыуса ҙур иғтибар бүленә. “Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” слетында биш йүнәлеш (медиаволонтерҙар, “Ҡала реновациялары” проекты вәкилдәре, балалар менән эшләгән ирекмәндәр, волонтерлыҡ хәрәкәте тимлидерҙары, сараны ойоштороусылар) буйынса өс конкурс көнө көтә.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ кластары, тренингтар, квестар, квиздар, нетворкинг-сессиялар, КВН, эшлекле уйындар уҙғарыла.
Сара “Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: