-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
6 Сентябрь 2019, 11:44

«Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла

Быйылдан Башҡортостандың биш дауаханаһында — 17-се, 13-сө, 21-се ҡала клиник дауаханаларында, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында, Республика кардиология үҙәгендә «Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла

Быйылдан Башҡортостандың биш дауаханаһында — 17-се, 13-сө, 21-се ҡала клиник дауаханаларында, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында, Республика кардиология үҙәгендә «Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла.
Медицина учреждениеһының баш табибы Эльза Сыртланова әйтеүенсә, «Аҡыллы ҡабул итеү»ҙәрҙең майҙаны шартлы рәүештә өс зонаға бүленә: йәшел, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл. Ҡыҙыл зонаға ауыр хәлдәге, операция һәм реанимация талап ителгән пациенттар эләгә. Статистика буйынса, ундайҙар 10 процент. Ҡыҙғылт һары зонаға реанимация һәм ашығыс ярҙам талап ителгәндәр килтерелә – 30 процент. Йәшел зонаға үҙаллы атлай алған, ғүмеренә хәүеф янамаған пациенттар эләгә (яҡынса 60 процент). Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин билдәләүенсә, «аҡыллы ҡабул итеү бүлексәһе»нең яҡынса хаҡы, әгәр өр-яңы булһа, операция биналарын һәм ауыр ҡорамалдарҙы иҫәпкә алып, 500 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» милли проекты сиктәрендә 13-сө дауахана йәй көнө ике яңы портатив ультратауыш аппараты алды.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: