+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
3 Сентябрь 2019, 11:26

Башҡортостанда 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында 487 мең уҡыусы мәктәпкә бара.

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында 487 мең уҡыусы мәктәпкә бара. 55 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы тәү тапҡыр парта артына ултыра, тип хәбәр итте министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.
21 мәктәпте файҙаланыуға тапшырыуҙы иҫәпкә алып, төбәктә икенсе сменала уҡыусыларҙың өлөшө 8%-ҡа тиклем кәмей.
Башҡортостанда 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер. Быйыл мәктәптәрҙе ҡабул итеү барышында тәүгә белем биреү учреждениеларына 1 сентябргәсә бөтөрөргә кәрәк булған янғын хәүфһеҙлеге һәм санитар ҡануниәт өлкәһендәге талаптарҙы боҙоу исемлеге менән чек-ҡағыҙҙар биреү тәжрибәһе файҙаланылды. Әлеге ваҡытта ошо етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.
Төп санитар талаптарҙың береһе — мәктәптәрҙә һалҡын бәҙрәфтәрҙе бөтөрөү. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 594 мәктәпкә 161 миллион һум бүленгән.
«Уҡыу йылы алдынан уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында «мәктәптә нимәне яҡшыртырға теләр инегеҙ» тигән һорау алыу үткәрелгән. Уларҙың 40 проценттан ашыуы мәктәпкә яңы йыһаз кәрәк тип иҫәпләй, быны 2024 йылға тиклем «Мәғариф» милли проекты саралары сиктәрендә тормошҡа ашырыу күҙаллана, тип хебәр иттте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: