-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Август 2019, 12:41

Башҡортостан студенты Илмир Сәйетбатталов WorldSkills Kazan 2019 донъя чемпионатында «Юғары оҫталыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды

Уның һөҙөмтәһе — 710 мәрәй.

Башҡортостан студенты Илмир Сәйетбатталов WorldSkills Kazan 2019 донъя чемпионатында «Юғары оҫталыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Уның һөҙөмтәһе — 710 мәрәй. «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһында ул, мәрәйҙәр буйынса Франция (735), Австрия (736) һәм Ҡытай (743) вәкилдәренән ҡалышып, дүртенсе урынды алды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы.
Ярышҡа йомғаҡ 27 августа «Ҡазан Арена» стадионында WorldSkills Kazan 2019 чемпионатын ябыу тантанаһында яһалды. Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм WorldSkills International Президенты Саймон Бартли ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ойоштороусылар Леван Горозия, Димаш Кудайберген, Zventa Sventana, BRIO SONORES, шулай уҡ LOBODA һәм Филипп Киркоров кеүек артистар ҡатнашлығында сағыу программаһы әҙерләгәйне.
Чемпионатта Рәсәйҙең милли йыйылмаһы 22 миҙал яуланы. Рәсәй командаһы иҫәбендә — 14 алтын, дүрт көмөш, дүрт бронза миҙал һәм профессионализм өсөн 25 медальон. Дөйөм миҙалдар иҫәбе буйынса беҙҙе йыйылма икенсе урынды алды. Беренсе урында — Ҡытай, өсөнсөлә — Көньяҡ Корея.
Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенты, Башҡортостандың Хәйбулла районы егете Рәсәй Федерацияһының милли йыйылмаһы составына инде.
Дүрт көн дауамында «Ҡазан Экспо» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәге биләмәһендә компетенцияла ҡатнашыусылар оҫталыҡты баһалау өсөн халыҡ-ара эксперт берләшмәһе һәм индустрияның төп компаниялары әҙерләгән эштәрҙе башҡарҙы.
Донъя чемпионатында 63 илдән һәм төбәктән 1300-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Донъяның төрлө илдәренән килгән йәш профессионалдар 56 компетенцияла ярышты.
#ВладимирПутин