+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Август 2019, 07:31

Рәсәй президенты Владимир Путин: автоматик теркәү комплекстары урынлашҡан урындар хаҡында мотлаҡ мәғлүмәт биреү

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге Башҡортостан халҡы өсөн республика биләмәһендә урынлашҡан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары картаһын әҙерләне. Уның менәнhttp://svkrb.ru/kam/index.html һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

– Бөгөн республиканың автомобиль юлдарында һәм урам-юл селтәрендә 169 стационар комплекс, 63 күсмә комплекс, алты мобиль комплекс — бөтәһе 238 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү комплексы эшләй, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына.
Быйыл июлдә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй президенты Владимир Путин йөкләмәләр бирҙе. Уларҙың береһе — юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү комплекстары урынлашҡан урындар хаҡында мотлаҡ мәғлүмәт биреү.
#ВладимирПутин
Читайте нас: