+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Август 2019, 13:15

БСТ яңыра: республиканың төп телеканалы яңы миҙгелгә әҙерләнә!

Каналдың яңы биҙәлеше концепцияһы нигеҙендә – тамырҙарға ҡайтыу, урындағы традицияларғатаяныу идеяһы.

Каналдың яңы биҙәлеше концепцияһы нигеҙендә – тамырҙарға ҡайтыу, урындағы традицияларға
таяныу идеяһы.
Яңы миҙгелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Реаль футбол», «Ты можешь!», «7 егет»,
«Земляки» - «Яҡташтар», «Ради добра», «Детей много не бывает» - «Һәр бала үҙ ризығы менән
тыуа» тапшырыуҙары барлыҡҡа киләсәк. Тоғро тамашасыларыбыҙ ҡыуанысына күптәр яратып
өлгөргән «Сәләм» һәм «Сәләм, Республика!», «Бәхетнамә», «Счастливый час», «Честно говоря»,
«Теге өсәү», «Посмотрим», «Башҡортса караоке», «Башҡорт йыры», «Байыҡ» тапршырыуҙары ла
эфирҙа ҡала.
2 сентябрҙән яңыртылған һәм тамашасыға тағы ла яҡынайған БСТ каналын ҡарағыҙ!
Белешмә.
«Ты можешь!» - «Һин булдыраһың!» - сәләмәт тормош: спорт, дөрөҫ туҡланыу, тәртип, үҙеңде
яратыу, маҡсат ҡуйыу һәм уға ирешеү тураһындағы проект. Ҡатнашыусылар теләгән физик
формаға ирешеү һәм уны һаҡлау өсөн кәрәкле белем аласаҡ. Уңайлы мөхиттә һәр кем үҙ
мөмкинлектәрен аса, спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡлана, артыҡ ауырлыҡтан, насар
ғәҙәттәрҙән, кире тойғоларҙан ҡотола, яңы ынтылыш таба һәм төп приз өсөн көрәшә ала.
«Реаль футбол». Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тәүге тапҡыр «Өфө» футбол клубы менән
берлектә профессиональ футболсылар һәм һәүәҫкәр спортсылар ҡатнашлығында реалити-шоу
әҙерләй. Һәүәҫкәр футболсылар матчтарға «Өфө» футбол клубының төп уйынсылары менән бергә
әҙерләнә. Һәр программала күнекмәләр, оҫталыҡ дәрестәре барышы менән танышырға мөмкин.
Ун аҙна эсендә бығаса үҙ-ара таныш булмаған кешеләр, бер командаға тупланып,
профессионалдарға ҡаршы лайыҡлы уйын күрһәтергә тейеш.
«7 егет». Реалити-шоу йәштәрҙең ир-ат һөнәрҙәрен үҙләштереүе хаҡында. Проект барышында ете
ҡатнашыусы үҙҙәрен төрлө сетерекле хәлдәрҙә һынай. Һәр герой – ҡабатланмаҫ. Кемдер ҡала
шарттарында йәшәргә күнеккән, кемдер үҙен уңышлы кеше тип һанай, кемеһелер – ябай ауыл
егете. Улар төрлө, тик уларҙы камиллашыу теләге берләштерә. Еңеүсене тамашасылар интернет
тауыш биреү юлы менән билдәләйәсәк. Супер-бүләк тик берәүгә генә тапшырыла.
Читайте нас: