-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Август 2019, 07:32

“Фән” милли проектына сиктәрнедә республика ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороу буйынса конкурста ҡатнашырға теләй

Ғариза хупланған осраҡта төбәктәрҙә тәүге ғилми үҙәктәр киләһе йыл асыласаҡ.

“Фән” милли проектына ярашлы, беҙҙең республика ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороу буйынса конкурста ҡатнашырға ниәтләй.
Ғариза хупланған осраҡта төбәктәрҙә тәүге ғилми үҙәктәр киләһе йыл асыласаҡ. Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе углеводородтар сығарыуҙағы һанлы технологиялар менән бәйле, тип белдерҙе Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.
Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн өс йүнәлеш тәҡдим ителә:
– һанлы технологиялар
– юғары технологиялы медицина
– перспективалы осоу аппараттары һәм энергия системаһы ҡулайламаларын, йәғни гибрид двигателдәр эшләү
Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шул осорға тиклем республика федераль ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 2,5 миллиард һум самаһы аҡса алыуға иҫәп тота ала.
#ВладимирПутин
Читайте нас: