-10 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Август 2019, 07:28

“Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк

Республикала “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк.

Республикала “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк. Милли проект арҡаһында өлкән йәштәге кешеләр өсөн медицина хеҙмәтләндереүе сифаты юғары кимәлгә күсә. Был мобиль бригадалар ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа уңайлы һәм тиҙ итеп медицина учреждениеларына барырға ярҙам итәсәк, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите. Ярҙам 65 йәштән өлкәндәргә иҫәпләнә. Уларҙы өҫтәмә скрининг үтеү һәм ашығыс социаль хеҙмәтләндереү өсөн медицина учреждениеларына оҙатасаҡтар.


Учреждение етәкмелеренә автомобиль асҡыстарын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова тапшырҙы. “Демография” милли проектына ярашлы, автотранспортты һатып алыу өсөн 34,2 миллион һум аҡса бүленгән. Автомобилгә һигеҙ кеше һыя, шул иҫәптән - ике инвалид коляскаһы.


#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;