2019 йылдың тәүге ярты йыллығында республика иҡтисадына 106 миллиард һум самаһы һалынған, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш 13,6 процент тәшкил иткән. Айырыуса төҙөлөш өлкәһендә, ауыл хужалығында һәм эшкәртеүсе производстволарҙа әүҙемлек күҙәтелә, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите. Инвестицияларҙың 70 процентын тиерлек ҙур компаниялар һәм предприятиелар формалаштыра. Улар — «Башнефть», «Газпромнефтехим», Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Полиэф, Башҡортостан сода компанияһы, Кроношпан һәм башҡа компаниялар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Инвестиция советы ултырышында ҡалған 30 проценттың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына тура килеүен әйтте. Беренсе ярты йыллыҡта уларҙың һаны 4 меңгә артып, 131 меңгә еткән.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, инфраструктура яҡшыра, Иҡтисади үҫеш министрлығы өс индустриаль парк булдырыу өсөн өс ғаризаны хуплаған.
– Мин «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвестициялар клубын ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙым. Эксперттар менән тығыҙыраҡ эшләү, яңы идеялар тыуҙырыу, ҡарарҙар ҡабул итеү, республикала эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләү өсөн беҙгә ошондай кәңәшләшеү майҙансығы кәрәк. Клуб бер нисә номинацияла «Йыл инвесторы» премияһын тапшыра һәм еңеүсене билдәләй. Беренсе ултырышты йыл аҙағында үткәрергә тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе төбәктә инвестицияларҙың ошолай артыуы тәүгә күҙәтелеүен һәм бының ҙур, яйға һалынған эш һөҙөмтәһе икәнен билдәләне.
– Власть бизнесҡа ярҙам иткән саҡта ғына уңыштар булыуы мөмкин, – тип билдәләне Радий Хәбиров.