Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ федераль фонды Башҡортостандың Ишембайҙа таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға ғаризаһын хупланы, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Республика Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, яңыртыу эштәрен 2019 йылда башлап, 2021 йылда тамамлау күҙаллана. Проекттың дөйөм хаҡы 307,16 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды иҫәбенә – 184,3 миллион һум, Башҡортостан һәм проектта ҡатнашыусының аҡсаһы – 61,43-әр миллион һум.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республикаға урман янғындарын һүндереү өсөн махсус техника һатып алыуға федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса йүнәлтелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса әҙерләнгән «Экология» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында бүленә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;