+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
1 Август 2019, 19:25

Ҡурай байрамы

Октябрьскийҙа күркәм йолаға әүерелгән Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы үтте.

Октябрьскийҙа күркәм йолаға әүерелгән Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы үтте. Ҡурайҙа уйнау оҫталығында 324 башҡарыусы ҡатнашты – Башҡортостан Республикаһының 10 ҡала һәм 19 районы, шулай уҡ Силәбе һәм Курган өлкәләре музыканттары. Бәйгенең Төп бүләге Сибайҙан Шамил Күсәмишевка тапшырылды. еңеүсе Башҡортостандың 100 йыллығында “Лада-Гранта” автомобиле менән бүләкләнде.

Бәйгене ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне һәм Башҡортостан Башлығы вазифа-һын үтәүсе Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Ул был сараның төрлө яҡлы үҫешкә, халыҡ йолаларын һаҡлауға, талантлы ҡурайсыларҙы асыҡлауға, шулай уҡ республиканан ситтә йәшәүсе ватандаштар менән мәҙәни элемтәләрҙе нығытыуға йөҙ тотоуын, 2001 йылдан алып үткәрелеүен һәм республиканың мәҙәни тормошонда иң сағыу сараларҙың береһе булыуын билдәләне.

Читайте нас: