2019 йыл чемпионатында команда турнирында йыйылма команда иҫәбендә Өфө рапирасылары Анастасия Иванова һәм Аделина Зәғиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова сығыш яһаны, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың исеменә килгән телеграмманан:
«Хөрмәтле Инна Васильевна, Аделина Рөстәм ҡыҙы, Анастасия Андреевна, Лариса Викторовна! Ысын күңелдән һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Еңеүегеҙ менән 2019 йылда донъя чемпионатында йыйылмабыҙ уңышын арттырҙығыҙ, илебеҙ спортының юғары ҡаҙаныштары тарихына тағы бер сағыу бит өҫтәнегеҙ, үҙегеҙҙе көслө, берҙәм, яҡшы әҙерләнгән команда итеп күрһәттегеҙ. Әлбиттә, остаздарығыҙҙың, белгестәрегеҙҙең, һеҙгә маҡсаттарығыҙға ирешергә, абруйлы ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһарға ярҙам иткәндәрҙең барыһының да ҙур хеҙмәтен айырым билдәләйем. Артабан да яңы үрҙәр һәм изгелектәр теләйем».
2019 йылда фехтование буйынса донъя чемпионаты 15-23 июлдә Будапешта (Венгрия) уҙҙы. Сирек финалда рәсәйҙәр Көньяҡ Корея йыйылмаһын 33:25 иҫәбе менән еңә, һуңынан ярым финалда беҙҙең ҡыҙҙар американыҡыларҙан көслөрәк булып сыға — 45:36. Финалда Италия йыйылмаһы менән алыш көсөргәнешле була һәм тигеҙ алышта тиерлек бара, осрашыу аҙағына тиклем бер нисә секунд ҡалғас спортсыларыбыҙ еңеү һәм алтын миҙал яулай (43:42).