+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
17 Июль 2019, 14:31

Ҡыл ауаздарында

Йәрмәкәй ауылының балалар сәнғәт мәктәбендә күптән көтөлгән һәм иҫ киткес байрам – сығарылыш кисәһе булды

Йәрмәкәй ауылының балалар сәнғәт мәктәбендә күптән көтөлгән һәм иҫ киткес байрам – сығарылыш кисәһе булды

Ижадҡа мөкиббән, сәнғәт менән мауыҡҡан 13 уҡыусыға мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.

Был фортепиано бүлеге уҡыусылары Данис Насретдинов, Элина Хафизова, Ирина Никитина, Алһыу Шәйҙуллина, Диана Латипова, Дарья Гусарова, Елизавета Солтанова; эстрада-йыр бүлеге уҡыусылары Резеда Ғимаева, Азалия Сөләймәнова, Ульяна Меньший; хореография бүлеге уҡыусылары Владимир Петров, Анна Лысенкова; сәнғәт бүлеге уҡыусыһы Илназ Ахунйәнов. Уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм, әлбиттә, сығарылыш класы уҡыусылары – кисәнең төп геройҙары өсөн үҙенсәлекле, тулҡынландырғыс, шатлыҡлы һәм бер аҙ моңһоу көн ине был. Кемдер мәктәптә өс, дүрт йыл, кемдер биш һәм ете йыл шөғөлләнгән. Әле кисә генә улар бында килгәйне кеүек – сәнғәткә мөкиббән балалар бөгөн талантын асҡан, матурлыҡты аң-лаған өлкәндәр инде.

Ғәҙәттәгесә, балалар сәнғәт мәктәбе директоры Айрат Ғәлимов сығарылыш класы уҡыусыларына мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡтар, шулай уҡ бик яҡшы уҡыған һәм сәнғәт мәктәбе тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ул быйылғы сығарылыштың 44-се булыуын билдәләне.

Кисә йәш музыканттарҙың сығышы һәм һынлы сәнғәт класы сығарылыш уҡыусылары эштәре күргәҙмәһе менән тамамланды. Байрам программаһына сәнғәт мәктәбе сәхнәһендә һуңғы тапҡыр сығыш яһаусы тәрбиәләнеүселәрҙең айырым номерҙары инде. Уҡытыусылар улар тураһында һөйләне, тормошта уңыштар теләне. Яратҡан уҡытыусыларына ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, уҡыусылар уларға сәскә бәйләмдәре бүләк итте. Ата-әсәләр рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Һәр мәктәп үҙенең уҡыусылары менән ғорурлана. 2019 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла айырылып тора: шундай төрлө, әммә һәләтле.

Читайте нас: