– Республикабыҙҙа уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы сиктәрендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының көнбайыш төбәк-ара конференцияһында районыбыҙҙан 10 делегат ҡатнашты. Улар араһында мәғариф бүлеге методистары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәктәп директорҙары бар ине. Был конференция Бәләбәй башҡорт гимназияһында үтте. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Делегаттар бай тәьҫораттар менән таралды.