-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
16 Июль 2019, 11:11

2020 йылдың 1 ғинуарынан балаға уртаса 10-11 мең һумлыҡ түләүҙәр уртаса килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә ҡағыла

Яҡын арала йәш ярымдан 3 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең дә ошондай социаль ярҙам алыу мөмкинлеге була, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

2020 йылдың 1 ғинуарынан балаға уртаса 10-11 мең һумлыҡ түләүҙәр уртаса килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә ҡағыла, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында. Яҡын арала йәш ярымдан 3 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең дә ошондай социаль ярҙам алыу мөмкинлеге була, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
«Әгәр беҙ 2020 йылдың 1 ғинуарынан килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә нулдән йәш ярымға тиклем бирә башлаһаҡ, ғаиләләрҙең 70% ошо ярҙам сараһына эләгә, — тине президент. — Әлбиттә, бала йәш ярымға еткәс, 1,5 йәшәү минимумына күсеү, йәғни шунда уҡ ошо ярҙамды алған ғаиләләр һанын кәметеү сәйер булыр ине. Шуға күрә быны килеме ике йәшәү минимумы булған бөтә ғаиләләргә таратырға тейешбеҙ тип иҫәпләйем һәм үҙем өсөн күптән ошо ҡарарҙы ҡабул иткәнмен».
2018 йылда президенттың башланғысы менән 1,5 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде. Был пособиелар федераль бюджеттан түләнә. Айлыҡ түләүҙәргә тәүге балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр дәғүә итә ала. Ике ата-әсәнең дә Рәсәй гражданлығы булырға тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: