0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Июль 2019, 11:25

Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә улар өсөн тәғәйенләнгән яңы дәүләт программаһы ярҙам итәсәк

2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр дәүләт субсидиялары иҫәбенә льготалы – 6 процентлы ипотека алырға хоҡуҡлы.

Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә улар өсөн тәғәйенләнгән яңы дәүләт программаһы ярҙам итәсәк: 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр дәүләт субсидиялары иҫәбенә льготалы – 6 процентлы ипотека алырға хоҡуҡлы.
Партнер банктарҙың күбеһе тәүге взнос итеп әсәлек капиталын ҡабул итә. Төп шарт та бар – фатирҙы тик юридик шәхестән алырға мөмкин.
Был программаның төп шарттары – икенсе йәки өсөнсө баланың 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған булыуы мөһим; ипотека алыусы 21 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш )бурысты түләп бөткәндә уның йәше 65-тән артмауы зарур); һуңғы хеҙмәт урынында кәмендә 6 ай эшләү талап ителә; алырға йыйынған торлаҡтың беренсел баҙарҙан булыуы мотлаҡ; һайлаған банктың ошо дәүләт программаһы партнеры булыуы кәрәк; тәүге взнос итеп фатир хаҡының кәмендә20 процентын түләргә тура киләсәк.
Читайте нас: