Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, бындай ҡоролмаларҙың һаны 527-гә
– Быйылғы йылда 1 ноябргә тиклем Өфөлә – 68, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа
– 11, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс камера ҡуйыласаҡ, – тине ул.
Милли проект сиктәрендә, юлдарға билдәләр һыҙыуға ла ныҡлы иғтибар
бирелә. Быйыл беренсе тапҡыр термопластик билдә һалынған, был эш 2500-ҙән
ашыу саҡрымда атҡарылған. Муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙың
барыһында ла шундай уҡ ныҡлы буяу ҡулланыу планлаштырыла. Әлегә
уларҙа эш 4230 саҡрымда башҡарылған – дөйөм күләмдең 68,4 %.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа
ашырыуға төбәктәр яғынан алты йылға 4 триллион 139,1 миллиард һум
йүнәлтеләсәк, федераль бюджеттан – 440,9 миллиард һум.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан