+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Июль 2019, 11:11

Президент Владимир Путин Украина етәксеһе Владимир Зеленский менән телефон аша һөйләшеүҙәр алып барҙы

Әңгәмә Киев инициативаһы буйынса ойошторолған.

Президент Владимир Путин Украина етәксеһе Владимир Зеленский менән телефон аша һөйләшеүҙәр алып барҙы, тип әйтелә Кремль сайтында. Әңгәмә Киев инициативаһы буйынса ойошторолған. Был һөйлешеү Владимир Зеленский юғары вазифаға һайланғандан бирле ике Президенттың тәүге бәйләнеше.Һөйләшеүеҙә Донбасстағы ваҡиғалар һәм әсирҙәр менән алышыу тураһында һүҙ барғылған.

– Был эште эксперттар кимәлендә артабан дауам итеү хаҡында килешеүгә өлгәшелде, – тип хәбәр итә Рәсәй Президентының пресс-секретары Дмитрий Песков. Етәкселәр шулай уҡ Норманд форматында бәйләнештәрҙе дауам итеү хаҡында фекер алышҡандар.

Украина яғынан хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеүҙең төп темаһы Керчь боғаҙында ҡулға алынған хәрби моряктарҙы иреккә сығарыу булған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: