“Мәғариф” милли проекты йәш быуынды үҫтереүгә генә түгел,
уҡытыусыларҙың белемен, һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға, ата-әсәнең
хоҡуҡтарын нығытыуға ҡағыла. Был проектты тормошҡа ашырыуға 747
миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың 116
миллиард һумын тотоноу планлаштырылған, киләһе йылға күҙалланғаны – 132миллиард һум.
Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Илебеҙҙең мәғариф тармағы донъялағы
алдынғы ун дәүләттеке араһына инергә тейеш. Милли проект ошо маҡсатты
тормошҡа ашырырға, конкурентлыҡты көсәйтергә тейеш”, – тине. Ул шул уҡ
ваҡытта киләсәк быуынды һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү
мөһимлеген әйтте – тап ошо нигеҙҙә илебеҙҙең ныҡлылығы тәьмин ителәсәк.