+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
12 Июль 2019, 19:27

Моң яңғырап торһон

Район үҙәгендә Балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залын ремонттан һуң асыу тантанаһы булды.

Район үҙәгендә Балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залын ремонттан һуң асыу тантанаһы булды. Элек “Дружба” кинотеатры урынлашҡан, унан һуң Балалар сәнғәт мәктәбенә бирелгән бина 4 ай эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Иң мөһиме, уҡытыусыларға белем биреү процесын алып барыу, ә тәрбиәләнеүселәргә үҙ таланттарын күрһәтеү өсөн уңайлы буласаҡ. Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтарының һәм балаларҙың заманса зал тураһындағы күптәнге хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты.

Район хакимиәте башлығы А. Андреев баҡалыларҙы ошо ваҡиға менән ихлас тәбрикләне, төҙөүселәргә, сәнғәт мәктәбе коллективына һәм етәкселегенә, объектты реконструкциялауҙа бу-
лышлыҡ күрһәтеүселәрҙең барыһына рәхмәт белдерҙе. “Заманса матур бинала уҡытыусыларҙың яңы исемдәр асасаҡтарына һәм тәрбиәләнеүселәр менән бергә тыуған районыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерәсәктәренә ышанам”, – тине Александр Георгиевич.

“Уралгазстрой” йәмғиәте ремонт эштәрен яҡшы сифат менән һәм ҡыҫҡа ваҡытта башҡарҙы. Предприятиеның барлыҡ эшселәренә һәм шәхсән уның директоры М. Ша-кировҡа, шулай уҡ субподрядсылар Д. Ульмасовҡа, А. Петровҡа Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.

Район етәксеһе А. Андреев менән бергә ҡыҙыл таҫманы киҫеү һәм тупһаны беренсе булып атлап инеү бәхете күп тапҡыр халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Аделия Латиповаға тейҙе.

Директор Р. Ворсина даими ярҙам өсөн район хакимиәтенә, үткәрелгән ремонт өсөн төҙөүселәргә ихлас рәхмәт әйтте. Унан һуң яңы сәхнәлә бай концерт программаһы күрһәтелде. Тамашасылар йәш артистарға, уларҙың уйын ҡоралдарында бик яҡшы уйнауҙарына, хор һәм эстрада йырҙарына, бейеү композицияларына ихлас алҡышланы.

Рус яҙыусыһы И. Гончаров: “Сәнғәттә үрҙәргә ирешеү өсөн уға тулы бер ғүмер бүләк итергә кәрәк”, – тигән. Йәш башҡарыусыларҙың беренсе уңыштары Баҡалы ауылының концерт залында башланһын. Ғүмерҙәрен сәнғәткә һәм балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Балалар сәнғәт мәктәбенең талантлы педагогтары уларҙы һәр ваҡыт хуплаясағына ышаныс ҙур.

Читайте нас: