Быйыл был байрам халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале «Берҙәмлек»кә арналды. Һабантуй ҡунаҡтарын – район башлығы
Ю. Коземасловты, «Башҡортостан республикаһының муниципаль бе-рәмектәр советы» Ассоциацияһы башҡарма директоры Б. Нурисла-мовты, Башҡортостан республикаһы ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлеге начальнигы Ю. Путятинскаяны, фольклор һәм традицион сәнғәт фестиваленең CIOFF халыҡ-ара ойошмаһы Советы президенты Филипп Боссанды, фольклор һәм традицион сәнғәт фестиваленең CIOFF халыҡ-ара ойошмаһының мәҙәниәт буйынса вице-президенты, Фольклориада башҡарма комитеты рәйесе Алехандро Камачоны, Фольклориада башҡарма комитеты ағзаһы Сюзанна Крамерҙы, "Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто" ойошмаһы директоры урынбаҫары, CIOFF-тың Рәсәйҙәге яуаплы секретары А. Беляевты, Беларусь Республикаһы мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады клубы эшмәкәрлеге мәсьәләләре советы рәйесе О. Хмельковты, фестивалдең хөрмәтле ҡунағы Е. Хмелькованы, РЦНТ-ның генераль директоры А. Әлибәковты башҡорт тирмәһе эргәһендә «Тиле йәшлек» өлгөлө хореография ансамбле икмәк-тоҙ, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар алдында башҡорт бейеү фрагменттары башҡарылды. Артабан ҡунаҡтарҙы башҡорт тирмәһендә район хакимиәте башлығы тарафынан ҡабул итеү тантанаһы үтте, унда ҡунаҡтарға район башлығы Ю. Коземаслов милли сувенирҙар бүләк итте. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағандан һуң рәсми делегация сәхнәгә күтәрелде. Тәүҙә ялан батырҙары тәбрикләнде. Һабанда алдынғылыҡты бирмәгән, сәсеүҙә уҙҙырмаған ауыл эшсәндәрен район етәкселеге аҡсалата премиялар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Һуңынан инде байрам спорт һәм мәҙәни саралар менән дауам итте.
Сәхнәлә концерт барған арала һабантуй яланында милли көрәш, ат сабышы, әтәс алырға менеү, көршәк ватыу, балыҡ ҡармаҡлау, тоҡ кейеп йүгереү, волейбол, тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу, йүгереү кеүек ярыштар гөрләп үтте. Һәр төр ярышта еңеүселәргә бүләктәр өләшенде. Ниндәй генә спорт уйыны булмаһын, уның күләмле үтеүе ҡыуаныслы. Был иһә байрамдарҙы айыҡ уҙғарыу, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән башҡарылған эшмәкәр-лек һөҙөмтәһе.
Тирмәләр янында ла ҡымыҙҙан да ҡатыһы юҡ. Ялан тулы уйын-көлкө, йыр-моң. Барыһы ла айыҡ килеш. Һабантуйҙар элекке рәүешенә ҡайтты, тип ҡыуана өлкәндәр ҙә.
Бына шундай шәп, дәртле халыҡ йәшәй Благоварҙа!