-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общество
4 Июль 2019, 11:22

Беҙҙе донъяла боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк

Беҙҙе донъяла боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк

Беҙҙе донъяла боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, тип билдәләне V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика етәксеһе Радий Хәбиров.
«Ҡарашымса, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙ аҡылы, эскерһеҙлек, алсаҡлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм төрлө һынауҙар алдында бирешмәүсәнлек, мобиллек һәм заманса үҫешкә әҙерлек кеүек сифаттар булырға тейеш, — тип өҫтәне Радий Хәбиров. — Башҡортостан Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә көнсығыштың һәм көнбайыштың иң яҡшы өлгөләренең булыуы осраҡлы түгел. Образлы итеп әйткәндә, башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр булырға, Тыуған илен яратырға, уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек талантлы, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, үҙ-үҙенә ышанған, Ләйсән Үтәшева кеүек сибәр, һомғол буйлы булырға тейеш».

Читайте нас: