+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
1 Июль 2019, 11:02

Республикала «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәре менән көрәшкә 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәре менән көрәшкә 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәре менән көрәшкә 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Аҡса профилле медицина учреждениеларын яңынан йыһазландырыу өсөн бүленә. Ошо аҡсаның 651 миллион һумын республика бюджеты бүлә.

Быйылғы йылда онкология сирҙәре менән көрәш буйынса төбәк программаһы әҙерләнергә, уның сиктәрендә дүрт амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башларға тейеш. Амбулаторияларҙы Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларындағы дауаханаларҙа ойошторола.

Программа сиктәрендә республика онкология диспансерын, өс медицина ойошмаһын диагностикалау һәм дауалау медицина ҡорамалы менән йыһазландырыу, 67 берәмек махсус техника һатып алыу күҙаллана.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Читайте нас: