+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Июнь 2019, 13:51

Йәш сәсәндәр майҙан тотто

«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан быуынға тапшырған бай хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө.

«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан быуынға тапшырған бай хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр сағылдырылған.

Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856-1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861-1923) яҙып алған. «Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан күренекле тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған. Эпос рус, немец, төрөк, абхаз, йәһүд (иврит), инглиз, венгр, фин, әзербайджан, яҡут телдәренә тәржемә ителгән.

Туймазы ерендә «Урал батыр» эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе 2002 йылдан алып үткәрелә. Беренсе булып был конкурсты Туймазы ҡалаһы 4-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фатима Сәйфетдинова ойошторҙо. Тәүге алып барыусылар ошо мәктәп уҡыусылары Айҙар Мөҡсинов һәм Алина Хәкимова булды.

Ошо йылдан алып Туймазы командаһы республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнаша. Бишҡурай, Йәрмөхәмәт, Соҡаҙыбаш, Өйәҙетамаҡ, Үрге Бишенде, Кәкребаш, Ҡандра 2-се, Ҡарамалы-Ғөбәй, 1-се интернат-мәктәбе уҡыусылары төрлө йылдарҙа рес-публика кимәлендә ҡатнашып, номинацияларға лайыҡ булды. Ә 2011 йылда XIII республика конкурсы йәмле Ҡандракүл буйында үтте. Республиканан 56 команда ҡат-
нашты һәм беҙҙең йәш сәсәндәр командаһы еңеүселәр рәтендә булды.

2018 йылда Вәлитовтар (Ҡандракүл ауылы), Яратовтар (Туймазы ҡалаһы 4-се мәктәбе), Шәфиғуллиндар (Туймазы ҡалаһы 3-сө мәктәбе) ғаиләләре эпосты ятлауҙа өлгәшкән уңыштары өсөн Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Тәүге йылдарҙа ҡатнашҡан командалар эпос буйынса һүрәттәр, викторина, визитка, эпостан өҙөктө сәхнәләштереү һәм яттан һөйләү кеүек этаптарҙа көс һынаша тор-ғайны. Байрамға бик әүҙем ҡатнашҡан матур сығыштар һайлап алына ине. Быйылғы конкурс башҡа йылдарҙан айырылып торҙо, бәйгелә бер генә этап – «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү.

Ҡандракүл мәктәбенән Ынйы Вәлитова еңеүсе булды. Хәҙер был мәктәп республика кимәленә әҙерләнә. Ынйыға уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: