+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Июнь 2019, 13:58

Призывниктарға яҡшы хеҙмәт итергә өгөт-нәсихәт бирҙеләр

Район мәҙәниәт йортонда «Призывник көнө» һәм мәктәп агитбригадалары район конкурсының финал этабы уҙҙы, уларҙы Шаран ауылы Йәштәр үҙәге ойошторҙо.

Район мәҙәниәт йортонда «Призывник көнө» һәм мәктәп агитбригадалары район конкурсының финал этабы уҙҙы, уларҙы Шаран ауылы Йәштәр үҙәге ойошторҙо. Шаран 1-се һәм 2-се, Наратаҫты, И. Абдуллин исемендәге Ерекле, Баҙғыя, Салмалы мәктәптәренән алты агитбригада финалға барып етте.

Агитбригада сығышы теманы асып биреү, актуаллек, художество башҡарылышы, музыкаль биҙәлеш, артистизм кеүек критерийҙар буйынса баһаланды. Егеттәр гражданлыҡ позицияларын, патриотик рухты күрһәтергә тырышты, артистарса оҫта һәм һығылмалы ине. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Шаран 2-се, икенсе – Шаран 1-се мәктәптәре командалары яуланы, өсөнсө урын Салмалы мәктәбенә бирелде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Призывниктарға сәләмләү һәм өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһы Баҡалы һәм Шаран райондары хәрби комиссары И. Мостаев, муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар менән эшләү һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Закиров, Шаран районы муниципаль район ветерандар советы рәйесе М. Сәйетов һәм Рәсәй һуғыш, төбәк һуғыштары һәм хәрби хеҙмәт ветерандары Союзының район комитеты рәйесе М. Румянцев мөрәжәғәт итте.

Йола буйынса призывниктарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында алып барыусылар Светлана Иванова һәм Рәсүл Зиянбаев буласаҡ һалдаттарға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби батырлыҡтары халҡыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған олатайҙарыбыҙ намыҫына тап төшөрмәүҙәрен, тыуған йорттарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Читайте нас: