Ошо көндәрҙә 1-се интернат-мәктәбендә милли батырыбыҙҙың Салауат Юлаев көндәре һәм Баш-ҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү сиктәрендә «Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен» тигән йомғаҡлау кисәһе үтте.
Байрамды ҡотлау һүҙе менән Туймазы районы мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Ситдиҡова асты.
Был сараға ҡала һәм район мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусылары һәм уҡыусылары йыйылды.
1-се интернат-мәктәбе уҡыусылары алып барған кисә, килгән ҡунаҡтарҙы быуаттар төпкөлөнә алып инеп, тарих ауазын ишеттерҙе, Салауат Юлаевтың тормош юлын тағы бер тапҡыр күҙ алдынан үткәрергә ярҙам итте. Башҡорттоң моңло йырҙары булһынмы, һәлмәк бейеүҙәреме, бар сығыштарҙан да илһөйәрлек тойғоһо урғылып торҙо.
Яңынан-яңы асыштар, эҙләнеүҙәр, уйланыуҙар, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Салауат Юлаев образы тулылана, уның ижади ҡомартҡыларын өйрәнеү эше йәнләнә бара.