-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Июнь 2019, 13:45

Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

“Шишмә” халыҡ ижады йортонда үткән сараға ветерандар йыйылды.

“Шишмә” халыҡ ижады йортонда үткән сараға ветерандар йыйылды. Улар өсөн һуғыш – буш һүҙ түгел. Был һынауҙар, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар осоро. Михнәт һәм Еңеүҙе көтөп тилмергән йылдар. Хәрби хәрәкәт ветерандары, тыл эшсәндәре, тол ҡатындар, фронтовиктарҙың балалары алыҫта ҡалған ҡырҡынсы йылдарҙы иҫкә алырға йыйылды.

“Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!” агитбригадаһы ижади сығыштар әҙерләне: һуғышҡа арналған йыр һәм шиғырҙәр ине был. Баш-ҡортостандан фронтҡа кәмендә 710 мең кеше киткән, өс йөҙ меңдән ашыуы Тыуған илде һаҡлап һәләк булған. 1944 йылдың сентябрендә Нарыштауҙа девон ҡатламдарынан ҡара алтындың ҡеүәтле фонтаны урғылған. Йөҙөнсө скважина – ҡаланың символы – Ҡыҙыл Армияның хәрби техникаһы өсөн яғыулыҡ оҙатҡан. Октябрьскийҙа туғандары – фронтовиктар һәм тыл эшсәндәре тураһындағы хәтирәләр быуындан быуынға тапшырылған ғаиләләр йәшәй. Уларҙы хәтерләй-ҙәр, улар тураһында балалары һәм ейәндәренә һөйләй, уларҙың исемдәре ҡала һәм ҡасаба постанментарында мәңгеләштерелгән. Сараны ойоштороусылар Башҡортостан шағирҙары ижадына, атап әйткәндә, Мөжәһит Хәйретдиновҡа, айырым иғтибар бирҙе. Әйтергә кәрәк, ҡала урамдарының береһе уның исемен йөрөтә, Төрөкмән ауылында обелиск урынлаштырылған. “Шишмә” халыҡ ижады йорто сәнғәт етәксеһе Айнур Шакиров һүҙҙәренә ҡарағанда, ойоштороусылар сикһеҙ ғәжәпләнгән: халыҡ көткәндән күберәк килгән.

– Бөгөн беҙ тамашасы хөкөмөнә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған сығыштар тәҡдим иттек, – ти Айнур Шакиров. – Сценарий авторы – Валерий Абдразаҡов, артистар – халыҡ ижады йорто ҡарамағында эшләп килеүсе “3 тонна” ижад оҫтаханаһы ҡатнашыусылары. Был осрашыуға килгән һәм беҙҙең менән бергә һуғыш йылдарын иҫкә алған октябрьскийлыларға рәхмәт. Беҙҙең тәҡдимгә яуап итеп, ҡунаҡтарыбыҙға бүләктәр алып килгән бағыусыларға ла рәхмәт. Сәй табыны артында һәр кем үҙенең хәтирәләрен барланы. “Һуғыш башланғанда мин дүртенсе класта уҡый инем, – тип иҫкә ала тыл эшсәне Зәйтүнә Ғилманова. – Атай менән ағайымды фронтҡа алдылар, беҙ, балалар, бер миҙгелдә олоғайҙыҡ. Өлкәндәр кеүек кенә түгел, ир-аттарса эшләнек – үҙебеҙҙе аяманыҡ. Тик бер кем дә зарланманы, эштән ҡасманы. Кәлйемә ашаныҡ, туйғансы әпәкәй ашау тураһында хыялландыҡ... Иртә һайын: “Оҙаҡламай Еңеү!” – тигән уй менән уяндыҡ!”

Байрам ҡунаҡтары сараны ойоштороусыларға, һуғыш тормош-тарының иң ҡурҡыныс сәхифәһе булған кешеләрҙе бергә туплау өсөн күләмле эш башҡарған ҡыҙҙар һәм егеттәргә ихлас рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас: