-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
27 Июнь 2019, 13:54

Бында туған ергә мөхәббәт ярала...

Туймазы балалар музыка мәктәбенең “Сөмбөлә” ансамбле юбилейын – 20 йыллығын билдәләне.

Туймазы балалар музыка мәктәбенең “Сөмбөлә” ансамбле юбилейын – 20 йыллығын билдәләне.

1998 йылда Туймазы балалар музыка мәктәбендә милли фольклор бүлеге асылды. Был минең өсөн генә түгел, тотош республика өсөн яңы эш булды, сөнки музыкала милли фольклор йүнәлеше яңы тыуған мәл ине. Юл ярыусыға бер ҡасан да еңел булмай. Тәүҙә реквизит та, костюмдар ҙа, махсус йыһазланған класс та булманы. Йолаларҙы сәхнәләштерергә бүлектә балалар ҙа етмәй ине хатта. Башлаған эшебеҙҙе ҡеүәтләп торған мәктәп етәкселәренә рәхмәтлебеҙ. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә ярҙам итте. Элина Ғилманованың әсәһе, мәҫәлән, башҡорт ырыуы кейемдәрен сағылдырған ете ҡурсаҡ тегеп бирҙе.

Ансамблдең исеме лә тәрән мәғәнәгә эйә. Бүлек көҙ көнө ойошторолдо. “Сөмбөлә” – көҙгө уңыш тигәнде аңлата.

Бөгөнгө көндә “Музыка фольклоры” класында музыка мәктәбенең 1-7-се класс уҡыусыларынан 18 бала шөғөлләнә. Халыҡтың күп быуатлыҡ йолалары, ғөрөф- ғәҙҙәттәренә таянып, балаларҙа милли мәҙәниәт, дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләр, әҙәплелек тәрбиәләйбеҙ. Музыкаль һәләттәрен үҫтерәбеҙ, ижади күҙҙаллауҙы киңәйтәбеҙ, шәхес булараҡ үҫергә булышлыҡ итәбеҙ. Дәрестәрҙә ижади мөхит хакимлек итә, уҡыусылар менән шәхси тәрбиә һәм уҡытыу планы буйынса ла эш алып барыла. Һәләтле балаларға айырыуса иғтибар бүленә.

“Музыка фольклоры” класында халыҡтың фольклор байлығы, тормош-көнкүреш йыһазы, йола, ғөрөф-ғәҙҙәттәре өйрәнелә. Тәрбиәләнеүселәр “Ҡар һыуына барыу», «Талҡан байрамы», «Ҡуҙғалаҡ байрамы», «Ҡатыҡ тәмләү», «Бәрәңге байрамы» йолаларында ҡатнаша. Саралар байрамса мөхиттә, театрлаштырылып, костюмдарҙа, сағыу һәм хис-тойғоло үтә. Шулай уҡ класс уҡыусылары ҡала һәм районда үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла әүҙем сығыш яһай.

Балалар район, төбәк-ара, республика бәйгеләрендә, фес-тивалдәрҙә, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Күп һанлы грамоталар, дипломдар, рәхмәт хаттары бар беҙҙең. 2018 йылда уҡыусыларыбыҙ Динә Ғарипова, Регина Ғилфанова, Дарина Мөфтахова төбәк-ара “Оҙон көй” бәйгеһендә ҡатнашып, лауреат һәм дипломант исемдәренә лайыҡ булды.

“Сөмбөлә” ансамбле – бейергә, йырларға өйрәтеү, йолаларҙы өйрәнеү генә түгел. Был тормош рәүеше. Балаларҙың игелекле булыуҙары, бер-береңә ярҙам итеү, ихласлыҡҡа ҡоролған мөнәсәбәттәр ул. Ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән, шатлыҡтарыңды бүлешкән ғаилә тип тә була.

Барлыҡ эш-ғәмәлдәребеҙ ҙә тыуған яҡ, Башҡортостан тарихы менән бәйле. Йәш таланттары менән дан тотоп, сәскә атһын республикабыҙ! Ә беҙ эшебеҙҙе дауам итеп, яңынан-яңы ижади үрҙәр яуларбыҙ.

Читайте нас: