-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
10 Июнь 2019, 18:53

Башҡортса диктант

Туймазылылар башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашты

Туймазылылар башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашты

Быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу сараһы халыҡ-ара дәрәжәһенә эйә булды. Унда Башҡортостанда йәшәүселәрҙән тыш, Пермь, Ҡазан, Силәбе, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Ҡазағстандан, шулай уҡ АҠШ, Ҡытай, Канада, Төркиә, Англия һәм Италияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.

Ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР мәғариф министрлығы, БДУ, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Бөтә донъя
башҡорттары ҡоролтайы билдәләп үтеүенсә, сараның төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын башҡорт
телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьә-ләренә йәлеп итеү.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров та башҡорт теленән диктант яҙҙы. Диктант яҙыуҙың еңел бирелмәүен йәшермәне ул. Шуға ҡарамаҫтан, был тәҡдим уға оҡшаған. “Ойоштороусыларға афарин, мөһим һәм кәрәкле эш башҡара улар”, – тип яҙҙы ул йәмәғәт селтәрҙәрендә.

Туймазыла диктант яҙыу өс майҙансыҡта – Туймазы 1-се, 6-сы мәктәптәрендә һәм юридик колледжда ойошторолдо. Сарала ҡатнашырға теләүселәрҙе – улар 300-ләп кеше ине – белем дәрәжәләренә ҡарап (был телдә иркен аралашыусылар һәм телде яңы өйрәнә башлаусыларҙы) төркөмдәргә бүлделәр. Телде яҡшы белеүселәр өсөн тексты Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны – уның тауышын онлайн-трансляция ярҙамында ер шарының барлыҡ төбәктәрендә лә ишеттеләр.

Туймазыла сарала ҡатна-шыусылар араһында район Хакимиәтенең эштәр идарасыһы Дилә Арыҫланова, башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе Сәхи Хисмәтуллин, Туймазы татар драма театры артистары Руслан Вәхитов һәм Лира Сөләймәнова, үҙәк район дауаханаһының балалар дауахана-һы мөдире Клара Ғиззәтуллина, “Тамға” ижади берләшмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова бар ине.

– Башҡорт теленән диктант – кәрәкле һәм ваҡытында үткәрелгән сара – тип һөйләне Сәхи Хисмәтуллин. – Телде һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә дәүләт юғарылығында етди ҡараш барлыҡҡа килеү тураһында һөйләй был. Ә беҙ, өлкән быуын кешеләре, үҙ үрнәгебеҙҙә йәштәрҙе сәмләндерергә тейеш. Шуға күрә мин бөгөн бында. Тормош иптәшем менән студент йылдарындағы кеүек парта артына диктант яҙырға ултырҙыҡ.

– Сара тыуған тел буйынса белемде тикшереү генә булып ҡалманы, ул фекерҙәштәр өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы белем өҫтәү майҙансығына ла әүерелде, – тине районыбыҙҙа сараны ойоштороусыларҙың береһе, Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина. – Унда ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, туған теле өсөн йәнен бирергә әҙер өлкән быуын кешеләрен дә күреү ҙур ҡыуаныс. Башҡорт теле кемгә кәрәк? Сараға әҙерләнгән ваҡытта үҙемә шундай һорау бирҙем. Иң элек ул ырыуым менән элемтәне өҙмәҫ, үҙемде шәхес итеп тойор өсөн кәрәк миңә. Мине телгә өйрәткән тыуғандарым һәм мәктәп уҡытыусылары алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн. Көслө булыу өсөн замана кешеһе туған телен, үҙенең тамырҙарын белергә тейеш.

“Башҡорт теле кемгә кәрәк?” – тигән һорауҙы сарала ҡатна-шыусыларға ла бирҙек. Фекерҙәре төрлө уларҙың:

– Ул минең республикама кәрәк, – тип иҫәпләй актриса Лира Сөләймәнова. – Мин 30 йыл татар драма театры сәхнәһендә уйнайым, әммә кесе ватаным һәм тамырҙарымды (мин Бишбүләк районында, ишле ғаиләлә тыуып үҫтем) бер ҡасан да онотмайым. Ваҡыт булған һайын кесе ватаныма ҡайтырға тырышам. Беҙ телебеҙҙе белергә, уны һаҡларға, иркен аралашырға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, донъя мәҙәниәтендә кешенең үҙ тамырҙарына әйләнеп ҡайтыуы тураһында күпме тулҡынландырғыс әҫәр ижад ителгән. Беҙҙең театр репертуарында ла ошо мәсьәләгә ҡағылған “Әрем тәме” спектакле бар.

– Ул һәр башҡортҡа яҡын һәм бик кәрәк, – тине театр актёры Руслан Вәхитов. – Сыңғыҙ Айтматовтың: “Халыҡтың үлем-һеҙлеге уның телендә” тигән һүҙҙәре күңелемә яҡын. Мин башҡорт-төрөк лицейын тамамланым. Инглиз телен өйрәнергә лә башҡорт теле ярҙам итте. Ике телдә лә оҡшаш өндәр бар. Башҡорт әлифбаһында 42 хәреф. Шуның 9-ы – тап башҡорттоҡо. Был өндәр инглиз телен өйрәнеүселәргә таныштыр тип уйлайым. Бынан тыш, башҡорт телен белгән кеше төрөк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ – барлыҡ төрөк телле халыҡтарҙы аңлай ала. Был кешегә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итә, сөнки һәр милләттең ғөрөф-ғәҙәттәре өйрәнелмәгән ҡыҙыҡлы байтаҡ мәғлүмәткә эйә.

Читайте нас: